21 февраль –Халыҡ-ара туған тел көнө. Һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Яңы тыуған сабый ошо телдә әсәһенең яғымлы итеп өндәшкән иң матур һүҙҙәрен һәм бишек йырҙарын ишетә, теле асылғанда үҙ туған телендә «атай», «әсәй» һүҙҙәрен әйтә. Үҫә төшкәс, туған теле ярҙамында үҙенең тирә -яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, донъяны танып белә. Әхлаҡ төшөнсәләрен дә әсә телендә аңына һеңдерә, хәтер һандығына һала. Туған теле ярҙамында ғына үҙ халҡының күңел хазинаһы булған йырҙарын, әкиәттәрен, мәҡәл-әйтемдәрен, йомаҡтарын белеү бәхетенә ирешә. Тел-халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. «Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә лә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Һәр халыҡ үҙ телен яратһын, ҙурлаһын, үҙ телендә аралашһын!