Күгәрсен районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы  киңәйтелгән  ултырышы  булып үтте.

Бөгөн Күгәрсен районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы  киңәйтелгән  ултырышы  булып үтте.

Йыйылышта район хакимиәте башлығы Марат Сәлим улы Исҡужин, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер- министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесенең аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса беренсе урынбаҫары Рәил Рамаҙан улы Әбдрәхимов, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева ҡатнашты.

Сараға райондың мәғариф һәм мәҙәниәт эшсэндэре, ауыл  Хакимиәте башлыҡтары, Аҡ инәйҙәр ҡоро вәкилдәре, ауыл аҡһаҡалдары саҡырылды. Ултырышты Ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Миңлеғәли улы Сәйетбатталов  алып барҙы.

Ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң, Рөстәм Миңлеғәли улы һуңғы биш йылда район ҡоролтайы тарафынан эшләнгән эштәргә, үткәрелгән сараларға һәм әлеге көндә хәл  ителәһе  мәсьәләләргә туҡталды. Сара барышында тормошҡа ашырылаһы проекттар, мәғариф үҫеше, мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың сифатын күтәреү, уҡыусылар-йәштәр өсөн ойошторолған  сараларҙы башҡорт телендә үткәреү кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Барлыҡ һорауҙар буйынса фекер алышыуҙар булды, ҡарарҙар ҡабул ителде. Ултырыштың мөһим мәсьәләһе булып башҡарма комитетҡа яңы ағзалар өҫтәү торҙо. Башҡарма комитет ағзаларына берҙәм булып, яңы көс менән, яңы дәрт менән райондағы эштәрҙе йәнләндереп ебәрергә, һәр саранан ситтә ҡалмай уңышлы эшләргә булһын тигән теләктәр еткерелде. Шулай уҡ, илем-телем тип янып йөрөгән, һәр ерҙә өлгөр булған, уңған, тырыш уҡытыусыларыбыҙ-тәрбиәселәребеҙ Өфө ҡунаҡтары ҡулынан Маҡтау грамоталары алып ҡыуанды. Улар өсөн беҙ ҙә шатбыҙ. Бергә булайыҡ-берҙәм булайыҡ!