24 апрель көнө Ялсы ауылында “Айһылыу” балалар баҡсаһы филиалы “Айгөл” балалар баҡсаһында туған тел тәрбиәселәренең методик берешмә ултырышы булып үтте.
Ул «Урал батыр » эпосы хәҙерге заман педагогикаһында: әхлаҡи йүнәлештәр һәм милли үҙенсәлектәр» темаһына бағышланды.
Маҡсаты: мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы рухи — әхлаҡи тәрбиәләүҙә «Урал батыр» эпосын ҡулланыу мәсьәләләрендә педагогтарҙың һөнәри компетентлығын үҫтереү һәм алдынғы эш тәжрибәләре менән таныштырыу.
Ултырышта ҡатнашыусылар “Айгөл” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Йомакаева Рәзилә Фахритдин ҡыҙының “ Һомай иленә сәйәхәт ” темаһына белем биреү эшмәкәрлеген ҡаранылар. Балалар дәрес барышында бик әүҙем һәм эмоциональ булдылар һәм бөтә ижади эштәрҙе мауығып башҡарҙылар. Дәрестең һәр мәленә балаларҙың фекерләү эшмәкәрлегенә, ижади эштәренә әүҙемләштереүсе һәм дәртләндереүсе әсбаптар әҙерләнгән. Дәрес дөйөм тәрбиә һәм үҫеш маҡсатына һәм бурыстарына, тәрбиәләнеүселәрҙең үҫеш кимәленә ,уларҙың йәш үҙенсәлектәренә тап килә.
Артабан “Шишмәкәй” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Ишкилдина Нәзирә Шәйхисләм ҡыҙы тәрбиәселәргә ” Урал батыр » эпосын мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы рухи – әхлаҡи тәрбиәләүҙә нигеҙ булараҡ ҡулланыу» темаһы буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Нәзирә Шәйхисләм ҡыҙы был өлкәләге педагогик тәжрибәһе тураһында һөйләне, дәрестәрҙә ҡулланыу алымдары,интерактив уйындары һәм ҡулланмалары менән таныштырҙы.
Ултырышта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла балаларҙы «Урал батыр» эпосы менән таныштырыу буйынса дидактик уйындар, методик әсбаптар, методик ҡулланмалар әҙерләп килгән ине һәм тәрбиәселәр уларҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Педагогтарҙың сығыштары мауыҡтырғыс ҡына түгел, ә бик файҙалы ла булды.
“Урал батыр” эпосын тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатынан тәрбиәселәр менән викторина үткәрелде. Улар төплө яуаптары һәм белемдәре менән ҡыуандырҙы.
Райондың мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү буйынса методисы Панаева В.А ултырышҡа йомғаҡ яһап, тәрбиәселәрҙең эшен хупланы һәм яңы уҡыу йылына ижади уңыштар теләне.








