Бөгөн, 17 апрель көнө, республикабыҙҙа ике байрам, Милли кейем көнө һәм Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу бергә тура килде.

Башҡортостанда туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше булып тора. Бының өсөн төбәктә дәүләт программаһы, грант ярҙамы булдырылған, акциялар, диктанттар һәм башҡа саралар даими уҙғарыла. Былар барыһы ла телдәр үҫешенә уңайлы шарттар тыуҙыра. Проекттар араһында «Башҡорт теленән диктант» халыҡ-ара белем биреү акцияһы айырым урынды биләй.

Бөгөн, 17 апрель көнө, республикабыҙҙа ике байрам, Милли кейем көнө һәм Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу бергә тура килде.  Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр, апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе аҙнаһында үткәрелә. Был байрам республика халыҡтары йолаларына, тарихына, милли кейеменә иғтибарҙы арттырырға мөмкинлек бирә.

Бөгөн Күгәрсен районы мәктәптәре, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларында Берҙәм дәрестәр, кластан тыш саралар, милли кейемдәр флешмобы, ағинәйҙәр тарафынан оҫталыҡ дәрестәре, ҡул оҫталары менән осрашыуҙар, ижади конкурстар үткәрелә, төрлө милләт вәкилдәренең кейемдәренә, аш-һыуҙарына арналған күргәҙмәләр ойошторола.

Үткәрелгән саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.