Туған телебеҙҙе, яҡташ яҙыусы- шағирҙарыбыҙҙы данлап бик матур төрлө саралар ойошторолдо.

Өфө фән һәм технология университетының Стәрлетамаҡ филиалы Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты менән Күгәрсен районы мәғариф бүлеге биш йыл инде хеҙмәттәшлек итә. Был осорҙа бергәләп Тыуған илебеҙҙе, еребеҙҙе, Туған телебеҙҙе, яҡташ яҙыусы- шағирҙарыбыҙҙы данлап бик матур төрлө саралар ойошторолдо.

Бөгөн, 4 апрель көнө, республикабыҙҙың тәүге Президенты М.Ғ.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһының тамашалар залында шаулап- гөрләп «Күгәрсенем—ғәзиз төйәгем» шиғыр һөйләүселәр конкурсы уҙғарылды. Был сара илебеҙҙә иғлан ителгән Ғаилә йылына ҡарата арнап, районыбыҙҙың 5-11 класс уҡыусылары араһында  үткәрелде.  Уҡыусыларҙың сығышын факультет деканы Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишева, филология фәндәре кандидаты, доцент Арсланова Миләүшә Сынбулат ҡыҙы, Күгәрсен районы мәғариф бүлегенең туған телдәр методисы Ситдиҡова Фәһимә Әхәт ҡыҙы ҡарап баһалап ултырҙы. Мәктәп программаһы сиктәренән тыш, үҙҙәре яратып уҡыған, күңел ҡылдарын тибрәткән әҫәрҙәрҙән өҙөктәр, шиғырҙар әҙерләп алып килгәндәр ине. Уҡыусылар араһында З.Биишева, М.Кәрим, Р.Ғарипов, Н.Нәжми, Р.Сафин, А.Игебаев, Ә.Бикчәнтәев, М.Харис, Г.Ситдиҡова, К.Кинйәбулатова ижадын үҙ итеүселәр ҡыуандырҙы.

Бәйге аҙағында сығыш яһаусыларҙың телмәр дөрөҫлөгөн баһалап, әҫәрҙең мәғәнәһен тамашасыға еткерә белеүенә ҡарап еңеүселәр билдәләнде. Иң яҡшы сығыш яһаусылар тип Ғөбәйҙуллин Радмил (М.Ғ.Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназияһының 7- се класс уҡыусыһы), Ҡотлоғужина Гөлсибәр (Сәйетҡол төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8- се класс уҡыусыһы), Әбсәләмов Айбулат (Үрге Сирбай мәктәбенең 9- сы класс уҡыусыһы) иғлан ителде һәм уҡыу йортоноң Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр.