Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы, апрелдең һәр дүртенсе шәмбеһендә йыл һайын «Башҡорт теле буйынса Халыҡ – ара диктант яҙыу» акцияһы үткәрелә.

📃📃📃Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғона ярашлы, апрелдең һәр дүртенсе шәмбеһендә йыл һайын «Башҡорт теле буйынса Халыҡ – ара диктант яҙыу» акцияһы үткәрелә.
Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант быйыл 26 апрелдә старт ала һәм 28 апрелгә тиклем дауам итәсәк. Йылдағыса өс вариантта – башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн текстар тәҡдим ителәсәк. Быйылғы темалар Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арнала.
📝Башҡорт теленән диктантты, ғәҙәттәгесә, онлайн һәм офлайн форматта яҙып була. Акцияның онлайн форматы “Башҡортостан юлдаш телевидение” телеканалында, Акцияның рәсми сайтында, Акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә 11.00 сәғәттә башлана.
📖Районыбыҙҙа офлайн майҙансыҡтар ролен мәктәптәр үтәйәсәк. 26 апрель көнө һәр теләгән кеше үҙенең ауылындағы мәктәпкә барып диктант яҙа ала. Офлайн-майҙансыҡтарҙа диктант яҙырға теләгән һәр бер кеше ҡатнаша ала, уларға 10-25 апрелдә bashdictant.ru сайтында теркәлеү үтергә кәрәк. Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Ссылка к положениям: clck.ru/3LZ9WD