19 февраль көнө Мораҡ башҡорт гимназияһында Халыҡ- ара туған телдәр көнөнә ҡарата «Милләтеңә иң ҙур бүләк- телеңде белеү» тип аталған бик матур сара үтте. Был сараға районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булған ветеран уҡытыусыларыбыҙ ҡунаҡҡа саҡырылды.
Гимназияға килгән һәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы үҙҙәренең мәктәбендә оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын алып килделәр. Уларҙы гимназия уҡыусылары йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар гимназия тормошо, туған тел уҡытыусыларына арнап эшләнгән бай күргәҙмәләр ҡарап һоҡландылар. Улар иғтибарына ике асыҡ дәрес тәҡдим ителде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азаматова Руфина Юлай ҡыҙы «Ҡурай. Халыҡ йыры» (6 класс) тигән темаға мөрәжәғәт итһә, гимназия директоры Ибраһимова Фәйрүзә Азамат ҡыҙы «Баязит Бикбаев ижадын йомғаҡлау» (8 класс) темаһына әҙерләнгән дәресе күптәрҙең күңеленә хуш килде. Шулай уҡ, ҡунаҡтарға М.Ғ.Рәхимов исемендәге гимназия музейына экскурсия ойошторолдо.
Барыһының да күңеленә иң оҡшағаны уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән «Бер осрашыу- үҙе бер ғүмер» тип аталған әҙәби-музыкаль кисә ҡарау булғандыр. Башланғыс класс уҡыусыларының Тыуған ил, туған тел, ғаилә именлеге тураһында һөйләгән шиғырҙары күңелгә үтеп инде. Уҡыусылар йырлаған йырҙарға моңланһаҡ, өҙә баҫып бейеүҙәрен ҡарап күңелдәр күтәрелде. Быйылғы йылда үҙҙәренең юбилейҙарын билдәләйәсәк ветеран уҡытыусыларыбыҙға Мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙыҡ. Күңелле осрашыу, хәтирәләргә бирелеү, фекер алышыу сәй табыны артында дауам итте.









