Бөгөн

Бөгөн, 10 декабрь көнө, Мораҡ ауылы район үҙәк моделле китапханаһында Башҡорт теле көнөнә ҡарата  бик матур сара ойошторолдо. Был сарала Күгәрсен районы администрацияһы башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Сәйфуллин Илнур Миңлеғәли улы, район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сәйетбатталов  Рөстәм Миңлеғәли улы, район мәғариф бүлеге етәксеһе Әхмәтйәнов Рәсүл Радик улы, телевидение һәм район мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре, район мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм башҡа ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Күркәм сара барышында башҡорт телен ҙурлаған етәкселәребеҙ байрам менән ҡотланы, үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе һәм районда телде үҫтереүгә ҙур өлөш индергән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Шулай уҡ, телебеҙҙе ҙурлаған, уны данлаған, күңел түрҙәренә инеп, нескә ҡылдарҙы тибрәткән  шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнде. Үҙ ҡулдары менән милли биҙәктәрҙе һалып. күлдәктәр тегеп кейеп килгән апайҙар байрамға йәм генә өҫтәнеләр.Уларҙың һәр береһе тарихыбыҙҙы белергә, телебеҙҙе яҡларға, илебеҙҙе һаҡларға саҡырҙы. Мәртәбәле байрамыбыҙ район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән йыр-моң менән үрелеп барҙы.