Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы, 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.
Үҙ туған телен, ата-бабаларыбыҙ йолаһын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү беренсенән, кешенең рухи донъяһын байыта, икенсенән, туған телде өйрәнеүҙе күпкә еңеләйтә.
Башҡорт теле көнө сиктәрендә районыбыҙ мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында төрлө саралар: онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет- викториналар, флешмоб, лекциялар, асыҡ дәрестәр үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала һәм алдағы эштәребеҙгә аныҡ маҡсаттар ҡуйыла.
Башҡорт теле көнө







