Туған һәм дәүләт телдәрен мәктәптәрҙә уҡытыу, уны тормошҡа ашырыу, тәжрибә уртаҡлашыу.

Бөгөн, 26 август көнө, Мораҡ ауылы 1- се һанлы урта белем биреү мәктәбендә Күгәрсен районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының  август кәңәшмәһе ултырышы “Туған һәм дәүләт телдәрен мәктәптәрҙә уҡытыу, уны тормошҡа ашырыу, тәжрибә уртаҡлашыу” темаһына арнап үткәрелде. Уҡытыусылар менән осрашыуға яҡташыбыҙ, Теләүембәт ауылы ҡыҙы, әлеге көндә Благовещенск ҡалаһы 5- се урта белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023» төбәк-ара конкурсы лауреаты Байморатова Зифа Нуретдин ҡыҙы килде. Ул йыл уҡытыусыһы конкурсының һәр этабына байҡау яһап, уҡытыусылар алдында үҙ-үҙеңде презентациялау йүнәлеше буйынса медиавизиткаһы менән бүлеште. Шулай уҡ, уҡытыусы дәрескә ингән ваҡытта нимә уйлап керә, уҡыусылар һеҙгә ҡарап дәрес ваҡытында нимә уйлай, һеҙҙе нисек хәтерҙәрендә ҡалдыралар, нимәгә өйрәтәһегеҙ тигәнерәк һорауҙар биреп уйланырға ла мәжбүр итте. Район мәғариф бүлеге  методисы Ситдиҡова Фәһимә Әхәт ҡыҙы уҡытыусыларҙы 16 август көнө Стәрлетамаҡ ҡалаһында  уҙғарылған мәғариф буйынса август кәңәшмәһе яңылыҡтары менән таныштырҙы. Туған телдәрҙе уҡытыу буйынса муниципалитеттар араһында 6-сы урында тороуыбыҙ беҙҙең районда эштең тейешле кимәлдә ойошторолоуы, уҡыусыларыбыҙҙың башҡорт телен әсә теле һәм туған тел булараҡ теләп өйрәнеүе, мәктәптәребеҙҙә ижади ҡарашлы башҡорт теле уҡытыусылары эшләүе- эшебеҙҙә  юғары күрһәткестәргә өлгәшеүебеҙ күрһәткесе тип билдәләне.