


14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнде. Был байрам республика халыҡтары ассамблеяһы инициативаһы менән 2015 йылдан башлап күренекле мәғрифәтсе, башҡорт шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә башлай.
Ошо мәртәбәле байрам уңайынан Мораҡ ауылының “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһында матур сара үтте. Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә шөғөлләнеүсе балалар “моң шишмәһе-һандуғастай” моңло ла, наҙлы ла, аһәңле лә башҡорт телендә шиғырҙар һөйләп, йырҙар көйләп, һөйөклө туған телдәрен ниндәй кимәлдә белеүҙәрен асыҡ күрһәтте.
Халҡыбыҙҙың йәшәйешен, асылын сағылдырыусы “Ҡомартҡы” милли музейы – баҡсаның бер сағыу биҙәге. Оҫта ҡуллы Гөлшат Абдрахманова етәкләгән биҙәү-ҡулланма сәнғәте түңәрәгендә милли биҙәүестәр эшләргә өйрәнеү мөмкинлеге бар. Баҡсаның һәм районыбыҙҙың символы – күгәрсен ҡошо һүрәте сигелгән түшелдеректәрен байрам хөрмәтенә кейеп тә алғандар ине уңған эшсәндәр.
Баҡсала 3 башҡорт төркөмө бар. Бәләкәстәр йөрәгендә туған телебеҙгә ҡарата мөхәббәт хистәре, тәрән ихтирам-хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында Нардуған, Сөмбөлә кеүек милли байрамдар үткәрелә, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр, бейеүҙәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Бына әле яңыраҡ ҡына эшләй башлаған “Башҡорт бейеүе” түңәрәгенә хатта бындағы эшсәндәрҙе йәлеп итә алған, байрам көндө ҡунаҡтар һәм бәләкәс тамашасылар иғтибарына тәҡдим ителгән “Таң ҡыҙҙары” бейеүе һәр кем күңеленә хуш килде. Бәләкәстәр һәм тәрбиәселәр ҡатнашлығындағы милли оркестр халыҡ көйө – “Күбәләк”те башҡарып, хайран итте.
Әкиәт оҫталары – Аделина Айытҡужина менән Илһөйәр Алламоратова матур байрамда ата-әсәләр һәм ҡунаҡтар алдында сығыш яһаны. Йөкмәткеһе менән тәрән һәм рухлы, дөйөм кәйефе менән сабыйҙарҙың шат йөҙөндәй яҡты, маҡсаты менән юғары булған Башҡорт теле байрамы “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры менән тамамланды.
Туған телебеҙҙә һөйләшәйек, телебеҙҙе күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ!
На прошлой неделе в нашем районе доценты Института развития образования РБ провели практические семинары по русскому языку для выпускников 9 и 11 классов. Два дня кандидаты филологических наук института в рамках подготовки к ГИА вели практико-ориентировочные занятия на базе МБОУ СОШ № 1 с.Мраково и МБГ.
ЕГЭ по русскому языку в этом году претерпел множество изменений, именно с этих изменений и начала свои занятия Першина Людмила Реакатовна, работавшая с учениками 11-х классов и учителями-предметниками. Большое внимание было уделено второй части экзамена, сочинению,
Ошеева Юлия Владимировна, работавшая с учащимися 9-х классов и их учителями, в первую очередь ознакомила всех с результатами ОГЭ по русскому языку 2017-2018 уч. года. Особое внимание обратила на задания из второй части экзаменационной работы с низким процентом качества выполнения. Поэтому первый день семинара был посвящен разбору именно этих заданий.
Донъяла төрлө телдәр бар... Ләкин бөтә телдәрҙән дә матурыраҡ, ҡәҙерлерәк беҙҙең халkыбыҙҙың теле ул — башҡорт теле.
13 декабрҙә Мораҡ ауылының «Шишмәкәй» балалар баҡсаһында башҡорт теле көнөнә арналған кисә уҙғарылды. Кисәне дәртле бейеүҙәре менән район балалар ижады үҙәгенең «Ҡыпсаҡ» бейеү ансамбле асып ебәрҙе (етәксеhе Илүзә Ниғмәтуллина).
Тәрбиәләнеүселәр был кисәлә башҡорт теленә арналған шиғырҙарҙы башҡорт телендә hөйләп ишеттерҙеләр, ә Женя Фролов ҡобайырҙан өҙөк башҡарҙы. Кескәйҙәр тағы ла әкиәт тыңларға, hөйләргә, уларҙың геройҙары булып уйнарға яраталар. Мусина Наҙгөл «Ҡуяндар» әкиәтен hөйләп ишеттерҙе.
Район мәҙәниәт йорто ҡурайсыhы Линар Сәйфетдинов ҡурайҙа уйнап, өзләп,ҡумыҙҙа Мораҙым тарлауығы тәбиғәтен hүрәтләп уйнап күрhәтте. Балалар башҡорт халыҡ уйыны «Ҡурай» ҙы уйнанылар.
Район ағинәйҙәре, «Ынйылар» төркөмө сыгышы ла бик фәhемле булды, ә Мораҡ ауылының беренсе hанлы урта мәктәбе уҡытыусыhы Аллабирҙина Г.Р. күренекле шәхес М.Аҡмулланың «Башkорттарым уkыу кәрәк!» шиғырын hөйләп балаларҙы башҡорт телен яратырға, өйрәнергә өндәне.
Кисәнең аҙағында ҡунаҡтарға ата-әсәләр менән берлектә башҡорт мәҡәлдәренә, әйтемдәренә, әкиәттәренә арнап төшөрөлгән күргәҙмә тәкдим ителде.

В ходе мероприятия слушатели семинара познакомились с основными изменениями в структуре ЕГЭ в 2019 г. В ходе диалога были обсуждены новые подходы и требования к выполнению экзаменационных работ. Помимо выполнения экзаменационных работ, педагоги получили большой блок информации на нужную и важную тему.
Главная задача организованных практико-ориентированных семинаров - это помощь в повышении эффективности подготовки выпускников к ГИА, развитии интереса к предмету и достижение стабильно положительных результатов.